AITeacher

Дистанцион уҡытыуҙы еңелләштерер өсөн эшләнелгән сайт.

Был сайтта уҡытыусы еңел генә уҡыусылырға онлайн дәрестәр эшләй ала һәм уларҙың белемен тестар үткәреп, йә өйгә эштәрен ҡарап тикшерә ала.

Был сайтта уҡыусылар өсөн дәрес материалдары ла, өйгә эш тә бер урында тупланған. Балалар төрлө ресурстарға йөрөп буталмаясаҡтар һәм эшләргә тейеш эштәрен юғалтмайҙар.

Теркәлмәйенсә генә сайтта эшләп ҡарағығыҙ килһә, ошо ике аккаунтты ҡуллана алаһығыҙ
Логин: teacher@test.ru Пароль: 1 - Уҡытыусы булып инеү өсөн
Логин: student@test.ru Пароль: 1 - 3Б класы уҡыусыһы

Иң тәүҙә

Иң тәүҙә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте ошо почтаға aiteacherru@mail.ru ебәрер кәрәк:
  1. Мәктәптең тулы исеме
  2. Уҡытыусының фамилияһы,исеме, атаһының исеме
  3. Уҡытыусының ниндәй фәндәрҙән уҡыта(өтөр аша һанарға)
Был мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең базаға өҫтәгәс, беҙ һеҙгә яуап хаты яҙабыҙ,шунан һуң һеҙ уҡытыусы кеүек теркәлеп үҙегеҙҙең кластарығыҙҙы өҫтәй алаһығыҙ.
Беҙҙән яуап хаты алғас, өҫтә менюла Уҡытыусы кеүек теркәлеү тигән һылтанмаға баҫығыҙ һәм шул битте тултырып теркәлегеҙ
Бының өсөн өҫтә менюла Инеү тигән һылтанмаға баҫыр кәрәк һәм теркәлгәндә күрһәткән логин һәм паролде ҡуйып Инергә тигән кнопкаға баҫыр кәрәк
  1. Ошонда баҫ
  2. Асылған биттә Яңы класс өҫтәргә тигән кнопкаға баҫығыҙ һәм шунда күрһәтелгәнсе файлды өҫтәгеҙ
Уҡыусылар исемлеген өҫтәгәс, уларҙа сайтта теркәлә ала. Бының өсөн улар өҫтә менюла Уҡыусы кеүек теркәлеү тигән һылтанмаға баҫып, шул битте тултырып, теркәлеү кнопкаһына баҫһындар

Уҡыусы һорауҙарына яуап

Бының өсөн тәүҙә үҙегеҙҙең исемдән сайтҡа инер кәрәк. Ә аҙаҡ өҫтә менюла Көнтеҙмә тигән һылтанмаға баҫыр кәрәк
Бының өсөн күрһәтелгән кнопкаларға баҫыр кәрәк
Бының өсөн кәрәк дәреслектең исеменә баҫыр кәрәк
Бының өсөн тәүҙә бөтә һорауҙарҙың дөрөҫ яуабын күрһәтер кәрәк. Ә аҙаҡ "Эште уҡытыусыға ебәрәргә" тигән кнопкаға баҫыр кәрәк
Бының өсөн тәүҙә эшегеҙҙе фотоға төшөрөргә тейешһегеҙ. Әгәр смартфонға төшөрһәгеҙ, ә үҙегеҙ компьютерҙа эшләһәгеҙ, фотоно смартфондан компьютерға күсерер кәрәк. Ә аҙаҡ ошо видеола күрһәткәнсе фотоно һайлар кәрәк
Бының өсөн тәүҙә смартфондың диктафонына уҡығанығыҙҙы яҙҙырыр кәрәк. Был яҙманы компьютерға кәрәк булһа күсерегеҙ(Һеҙ шулай уҡ смартфон аша ла сайтҡа инә алаһығыҙ һәм бөтә эште унан да ебәреп була). Ә аҙаҡ ошо видеола күрһәткәнсе аудионы һайлар кәрәк

Уҡытыусы һорауҙарына яуап

Һәр көндөң эргәһендә "дәрес өҫтәү" тигән кнопка бар. Шуға баҫыр кәрәк

Яңы бит асылыр, шул биттә тултыра торған юлдарҙы тултырып, "һаҡлап ҡуйырға" тигән кнопкаға баҫыр кәрәк
  1. Класс - ниндәй кластың дәресе
  2. Датаһы - дәрес үтә торған көн
  3. Дәрес һаны - көнтеҙмәлә дәрестең һаны
  4. Фән - уҡытыусы уҡытҡан фәндәр
  5. Интерфейс теле - уҡыусының битендә дәрес интерфейсының яҙыуҙары ошо телдә була
  6. Дәрес нисәлә башлана - әгәр күрһәтелһә, бала был мәғлүмәтте күрә. Был сайтта эшләгәндәрҙең ҡайһы бер дәрестәре уҡытыусыһыҙ үтә, ә ҡайһылары zoom тигән программала үтә. Шунлыҡтан балаларға ҡасан әҙер ултырырға тейеш тигәнерәк мәғлүмәт
  7. Ҡасанға тиклем эш ебәреп була - был юлдар тултырылмаһа, бала теләгән ваҡытта өйгә эшен ебәрә ала. Әгәрҙә ниндәйҙер срок бирәгеҙ икән, был юлды тултырыр кәрәк. Ошо датанан һуң баланың өйгә эш ебәрергә тигән кнопкаһы юҡҡа сыға һәм ул башҡа ебәрә алмай.
  8. Темаһы - дәрестең темаһы
  9. Уҡыусы материал өҫтәргә тейеш - бында галочка торһа, тимәк уҡыусы йә фото, йә аудиояҙма, йә видео ебәрергә тейеш. Әгәр галочка тормаһа, тимәк өйгә эш юҡ тигәнде аңлата.
Бының өсөн кәрәк дәреслектең исеменә баҫыр кәрәк
Һәм нисек өҫтәгәнһегеҙ дәреслекте, шулай үҙгәртеп була
Быны ҡарар өсөн өҫтәгән дәрестең эргәһендә Алдан ҡарау тигән һылтанма бар. Шуға баҫыр кәрәк
Быны ҡарар өсөн тесты булған дәрестең эргәһендә Тестар тигән һылтанма бар. Шуға баҫыр кәрәк
Быны ҡарар өсөн дәрестең эргәһендә Өйгә эш тигән һылтанма бар. Шуға баҫыр кәрәк. Яңы асылған биттә әгәр бала өйгә эшен эшләгән булһа, исеме һылтанма кеүек күренә. Шунда баҫ.
Эйе. Һәр дәрес эргәһендә дәрестең копияһын эшләй торған кнопка бар. Шуға баҫыр кәрәк.
Шунан һуң дәреслектең береһенә инеп класын, датаһын үҙгәртеп һаҡлар кәрәк.